Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионында Рәсәйҙең боҙҙа мотоуҙыш буйынса 55-се шәхси чемпионаты булды. Ярата беҙҙең халыҡ мотоуҙышты! Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, стадион шығырым тулы. Тамаша ҡылырға республиканың бүтән ҡала, райондарынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә килеп еткәндәр.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән минуттар башланды! “Тимер ат”тар тирә-яҡҡа боҙ ярсыҡтары сәсрәтеп, осҡондар ҡабыҙып алға ынтылды. Ә инде һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красниковтың исеме яңғырау менән стадиондағылар йәнә нығыраҡ геүләне. Финалға илдең иң шәп уҙышсылары йыйылһа ла, ярыштың тәүге әйләнештәрендә үк ул үҙенең кем икәнлеген күрһәтте. Дөрөҫ, мотоуҙыш иң хәүефле спорт төрҙәренән һанала. Көҙгөләй ялтыр боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллау мөмкин дә түгел, техниканың да көтмәгәндә “тыңлашмауы” бар. Шулай ҙа барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтеп, иң күп мәрәй йыйып, яҡташыбыҙ финалдың тәүге көнөндә үк чемпионаттың еңеүсеһе булып танылды. Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә үткәрелгән чемпионаттың төп бүләге лә – Красниковта! Афарин!
Икенсе көндә Николай Красников ҡатнашмаһа ла, көмөш һәм бронза миҙалдар өсөн чемпионат көсөргәнешле барҙы. Берәүҙәр йығылды, икенселәр уҙып китте.
Стәрлетамаҡтан Андрей Карачинцев тәүге ике әйләнештә берәүгә лә мах бирмәһә лә, артабан әллә ни ырата алманы – этапта етенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Ошо уҡ ҡаланан Андрей Шишеговҡа ла уңыш бик йылмайманы – тәүге әйләнештә йығылһа, һуңғыһында мотоциклы “кәзәләнеп” харап итте.
Халыҡҡа күңел байрамы бүләк иткән ҡыҙыу алыш тамам. Пьедесталдың иң юғары баҫҡысына Николай Красников күтәрелһә, икенсеһенә Даниил Иванов (Тольятти) менеп баҫты, ә өсөнсө урында – Дмитрий Хомицевич (Благовещенск, Амур өлкәһе).