Майҙан тотто Рәсәй батырҙары27.12.2014
Майҙан тотто  Рәсәй батырҙары Өфөлә XI Бөтә Рәсәй һуғыш сәнғәте йыйыны үтте. Сарала илдең 30-ҙан ашыу төбәгенән, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Азербайжан илдәренән спортсылар үҙ оҫталығын күрһәтте.

Йыйын майҙанында һу­ғыш сәнғәтенең каратэ, тхэквондо, тай боксы, ушу, айкидо, кикбоксинг һәм баш­ҡа төрҙәре буйынса асыҡ турнир һәм күрһәтмә сығыштар ойошторолдо.
“Йәш һуғышсы”, “Һуғыш сәнғәте мастеры”, “Һуғыш сәнғәте буйынса иң яҡшы уҡытыусы”, “Ҙур өлөш индергән өсөн” номинацияһында еңеүселәргә Башҡортостандың һуғыш сәнғәте союзы тарафынан булдырылған “Алтын билбау” премияһын тапшырыу тантанаһы ла йыйындың мәртәбәһен арттырҙы.
Аралашыуға, физик һәм рухи камиллыҡҡа арналған был үҙенсәлекле сәнғәт байрамының төп маҡсаты – спортсы­ларҙы артабан да намыҫлы хеҙмәткә, ҙур еңеүҙәргә дәртләндереү, халыҡты сәләмәт, әүҙем тормош алып барыуға өндәү.
– Бәләкәй сағымда телевизор аша батырҙарҙың сығышын күреп, спорт менән ҡыҙыҡһына башланым, секцияға яҙылдым. Каратэ-до шотокан менән ныҡлы шөғөлләнгәнемә һигеҙенсе йыл китте, – тип тыйнаҡ ҡына яуапланы байтаҡ наградалар яулап өлгөргән 15 йәшлек Стәрлетамаҡ егете Марсель Фәтҡуллин.


Вернуться назад