Хоккейҙа, ғәҙәттә, Канада менән Америка Ҡушма Штаттары үҫмерҙәре, йәштәре көслө. Шулай булмай, унда һәр малай тиерлек боҙҙа сәкән һуғып буй еткерә бит. Ә бына быйыл беҙҙең ил егеттәре был фекерҙе инҡар итте. 22–30 августа Өфөлә йәштәр командалары араһында Донъя кубогына турнир уҙғайны. Унда Мәскәүҙең “Спартак” командаһы менән республикабыҙҙың баш ҡалаһынан “Толпар” финалда осрашып, иң көслөнө асыҡланы. Ә Беларусь, Латвия, Чехия, Швеция, Финляндия, Австрия, Канада, АҠШ вәкилдәренә булғаны менән хушһынырға тура килде.
Әйткәндәй, беҙҙең ике коллектив та ярышты насар башланы. Отолдолар... Хатта береһе генә лә ярымфиналға сыға алырмы тигән уй тыуып ҡуйғыланы. Әммә сығыу ғына түгел, унда дәғүәселәрен еңеүгә өлгәштеләр! Һөҙөмтәлә финалда бер-береһенә ҡаршы уйнанылар.
Хәл иткес осрашыу бигерәк сағыу уҙҙы. Көсөргәнешле матчта ике яҡ та чемпион исеменә лайыҡ ине. Тик төп ваҡытта ла, овертаймда ла бәхетлене асыҡлай алманылар. Ә инде буллит һуғыуҙа мәскәүҙәр даланлыраҡ булып сыҡты. Кубокты улар яуланы, “Толпар” өлөшөнә көмөш миҙал төштө. Шуныһы ҡыуаныслы: иң шәп йәш хоккейсылар океан аръяғында түгел, Рәсәйҙә икән!