Радуловтың 100-сө шайбаһы03.02.2012
Радуловтың 100-сө шайбаһыКонтиненталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарына күп ҡалманы. Тиҙҙән Гагарин кубогына төп дәғүәселәр асыҡланасаҡ. Һуңғы уйындарҙа бер-бер артлы еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһының икенсе урынына күтәрелгән "Салауат Юлаев" та — улар иҫәбендә.
Астананың "Барыҫ" командаһы менән осрашыуҙың көсөргәнешле үтәсәгенә шик юҡ ине. Ысынлап та, осрашыуҙың беренсе минутынан уҡ Ҡаҙағстан командаһы һөжүмгә ташланды. Әммә икенсе һәм өсөнсө осор бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы. "Салауат" юҡҡа ғына чемпион исемен йөрөтмәй бит! Осрашыу аҙағына беҙҙекеләр 4:2 иҫәбе менән алға сыҡҡайны. Нисек кенә тырышмаһын, "Барыҫ" иҫәпте тигеҙләй алманы.
Уйын асыҡ күрһәтте: команданың чемпион титулын һаҡларлыҡ ҡеүәте бар. Әлеге көндә "Салауат" Чернышев дивизионын етәкләй. Ә Александр Радулов осрашыуҙа Континенталь хоккей лигаһында йөҙөнсө шайбаһын ырғытты.
Киләһе осрашыуҙа беҙ Көнсығыш конференцияһында беренселекте бирмәй килгән Силәбенең "Трактор"ы менән көс һынашасаҡбыҙ.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад