Тамараның өс еңеүе20.12.2014
Пекинда уҙғарылған Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина халыҡ-ара шашка буйынса супер-блицта көмөш миҙал яуланы.

Беренсе урынға Украина ҡыҙы Виктория Мотричко сыҡты, ә уның ватандашы Дарья Ткаченко бронза миҙалға лайыҡ булды. Ҡытайҙағы интеллектуаль уйындар Тамара Танһыҡҡужина өсөн айырыуса уңышлы тамамланды. Ул шулай уҡ рапид буйынса турнирҙа — алтын, блиц-уйында бронза миҙал яуланы.




Вернуться назад