Һыр бирһәң, имеш-мимеш күбәйә17.12.2014
Интернетты асырға ҡурҡып тораһың. Ундағы мәғлүмәткә ышанһаң, бер көн “Салауат Юлаев”тың баш тренеры Владимир Юрзиновты “эшенән алалар”, икенсе көн “кире ҡалдыралар”.

Аҙаҡҡы сәфәрҙән бик мөшкөл хәлдә ҡайтып инде юлаевсылар. Дүрт уйындан һуң ни бары дүрт мәрәй йыйҙылар. Иң беренсе Минскиҙың “Динамо”һы “яғанан алғайны” (4:0), Мәскәү өлкәһенең “Атлант”ы бөтөнләй ҡыйратып ташланы (6:1). Баш тренерыбыҙҙы Өфөгә саҡыртып алдылар. Ҡыуырҙармы? Ысынлап та, “отставкаға ебәрелде” тигән хәбәр ишетелде. Әммә тиҙҙән клубтың матбуғат хеҙмәте “был ашығысыраҡ ҡарар булды, Юрзинов командала ҡала” тигән яңылыҡ таратты. Һуңғы иҫкәрмә яһалды, буғай.
Ә “Салауат Юлаев” сәфәрен дауам итте. Братиславала “Слован” менән осрашыу көсөргәнешле генә барһа ла, өфөләргә буллит һуғыуҙа йәнә бәхет йылмайманы (2:3). Хорватияның Загреб ҡалаһына инде яраланған кейек рәүешендә барып инделәр. “Медвешчак” турнир таблицаһында иң артта һөйрәлә. Унан да отолһалар, оят булыр. Юлаевсылар быны аңланы – 3:1 иҫәбенә еңеү яуланылар.
Ләкин шул арала үксәгә баҫып тиерлек килгән “Себер” яҡташтарыбыҙҙы уҙып та китте.



Вернуться назад