Өлөшкә төштө “көмөш”09.12.2014
Өлөшкә төштө “көмөш” — Наил! Башҡортостан!
— Бирешмә!
Янымда баҫып торған егеттең һуңға табан хатта тауышы бөттө. Хәйер, уның ҡысҡырғанын Наил ишетмәне лә, буғай — башкөллө көрәшкә сумғайны. Берсә дәғүәсеһен, биленән урап тотоп, сойорғоторға маташты, берсә үҙе “ҡамау”ҙа ҡалды. Бер мәл уңайһыҙыраҡ барып төшөп, ҡабырғаһын да имгәтте... Шулай ҙа бирешергә теләмәне. Сәмен, зиһенен, көсөн туплап, йәнә келәмгә баҫты. Көсөргәнешле булды был алыш. Бер ҡараһаң, Наил өҫтөнлөк итте, бер ҡараһаң — дәғүәсеһе. Ә көйәрмәндәр уның һайын “янды”, “көйҙө”. Әммә һуңғы сиктә Наил һынды... Көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы юғары исемде дүртенсегә яулай алманы.
— Спортсы өсөн иң ауыры — титулыңды һаҡлап ҡалыу, көйәрмәндәреңдең ышанысын аҡлау. Беҙҙең өсөн Наил — барыбер еңеүсе! — тине шул саҡ яҡташыбыҙ өсөн “ауырыған” баяғы егет.
Баш ҡаланың “Динамо” стадионы был көндө һабантуй майҙа­нын хәтерләтте. Көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында илдең 20-нән ашыу төбәгенән 140 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан данын үҙ ауырлыҡ категорияһында Рәсәй, донъя беренселеге призерҙары Илфаҡ Ибәтуллин, Рәмил Ғәлимов, Артур Зөлҡәрнәев, Альберт Рәхмәтуллин, Рушан Ильясов, Илдар Моратов, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов, Рөстәм Арыҫланов яҡланы.
Ярыш ысын мәғәнәһендә иң көслө спортсыларҙы йыйғайны. Быға көйәрмәндәр ҙә иғтибар иткән.
— Быйыл егеттәрҙең әҙерлек кимәле иҫ киткес юғары, — ти Өфө ҡалаһында йәшәүсе Вәлиәхмәт Вилданов. — Көрәш буйынса бәйгеләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Йәш саҡта үҙем дә спорттың ошо төрө менән шөғөлләндем, һабантуйҙарҙан һарыҡ алып ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Шуға күрә бөгөнгө бәйгене ниндәйҙер кимәлдә профессиональ күҙлектән баһалай алам тип әйтмәксемен. Егеттәр бик көслө. Айырыуса Татарстан көрәш­селәре хайран ҡалдырҙы.
Ысынлап та, күрше республика спортсылары бөтә ауырлыҡ категорияларында ла лайыҡлы сығыш яһаны — йәмғеһе туғыҙ ауырлыҡ үлсәменең һигеҙендә чемпион титулын яуланылар. Башҡортостандың йыйылма командаһынан иһә финалға Артур Зөлҡәрнәев, Наил Мөхәмәтйәнов һәм Айгиз Зәйнетдинов сыҡты. Егеттәрҙең өсөһө лә хәл иткес алышта Татарстан спортсылары менән көс һынашты. Лайыҡлы көрәш булды. Берәү ҙә “ал­тын”дан баш тартырға теләмәй ине. Айырыуса Артур Зөлҡәрнәевтең сығышын көйәрмәндәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Көрәш буйынса дүрт тапҡыр — Рәсәй, бер тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһенән, билбау көрәше буйынса ил чемпионынан көйәрмәндәр, әлбиттә, еңеү генә көтә ине. Хәйер, Артур үҙе лә дәғүәсеһенә бирешергә теләмәне. Тәүге мәлдә мәрәйҙәр һаны буйынса алға ла сыҡҡайны, әммә бөтәһен дә тиҙлек хәл итте. Көрәш башланыуы тураһында һыҙғырыу яңғырап та өлгөрҙө, күҙ асып йомған арала Рәмил Сиякаев Артурҙы келәмгә күтәреп тә бәрҙе. “Таҙа” тиҙәр бындай алымды көрәшселәр. Финалға сыҡҡан башҡа егеттәребеҙҙең алышы ла көмөш миҙал менән баһаланды.
Өсөнсө баҫҡысҡа иһә үҙ ауырлыҡ категорияларында Илфаҡ Ибәтуллин, Рәмил Ғәлимов, Рөстәм Арыҫланов күтәрелде. Дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы икенсе урынға сыҡты.
Ваҡытында көрәште Башҡортостан бренды дәрәжәһенә күтәреү хыялы менән яндыҡ. Ошо маҡсатта Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы төҙөлдө, һәр мәктәптә милли көрәш секцияһын үткәреү бурысын йөкмәттек, спорт, мәғариф учреждениеларын махсус келәмдәр менән йыһазландырҙыҡ, билдәле көрәшселәр иҫтәлегенә әленән-әле турнирҙар үткәрҙек. Был осраҡта һис кенә лә Башҡортостан данын яҡлаған егеттәребеҙгә “таш” атырға теләмәйем. Афариндар! Бирешмәнеләр! Әммә үҙебеҙҙә ойошторолған чемпионаттың финалында туғыҙ кате­горияның барыһында ла үҙебеҙҙең көрәшселәребеҙ сығыш яһарға тейеш түгел инеме ни?! Күршеләр өсөн берсә шатланып, берсә уларҙан көнләшеп ҡайтып киттем чемпионаттан. “Тырышлыҡ емештәрен йыябыҙ”, — тине чемпионатты ябыу тантанаһында Татарстандың атҡаҙанған тренеры Рим Сиякаев. Ә беҙ ҡасан йыя башларбыҙ?


Вернуться назад