Иртәгәне ҡайғыртырға кәрәк06.12.2014
Һуңғы арала “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәндәрен йышыраҡ ҡыуандыра. Шулай тимәй, “Авангард”тан отолһа ла (1:2), “Аҡ Барыҫ”ты (1:0), “Барыҫ”ты (3:2), “Адмирал”ды (2:1) еңеүгә өлгәштеләр.

Әммә, ни тиклем генә тырышмаһындар, Көнсығыш конференцияла шул дүртенсе урындан алыҫ китә алмаясаҡтар. Көҙ буйы эҙәрлекләгән уңышһыҙлыҡтар һөҙөмтәһе был. Һөҙөмтәлә лидерҙарҙан 13-16 мәрәйгә ҡалышабыҙ. Быны онотоп тороп, иртәгәне ҡайғыртырға кәрәк: “Себер” үксәгә баҫып килә.
Беҙҙең һөжүм итеүселәр эшен яйға һала алмағанда, был бик хәүефле. Ике-өс хоккейсыға ғына дәғүә белдереп булмай. Шул иҫәптән ҡапҡасы Владимир Сохат­скийға ла. Күҙ теймәһен!
Әйткәндәй, Континенталь хоккей лигаһы туғыҙ уйындың ваҡытын күсерҙе. Был исемлектә беҙҙең команда ҡатнашҡан матч та бар. 4 февралдә үтәсәк “Салауат Юлаев” – “Йокерит” осрашыуы 3-өндә уҙасаҡ. Йәнә бер яңылыҡ: КХЛ президенты Александр Медведев көтмәгәндә отставкаға китте. Уның урынына Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде. Үҙгәреш хәйерлегә булырмы, күҙ күрер.




Вернуться назад