Киләсәктә был үҫмерҙәрҙең бил бирмәҫ көрәшсе буласағына ышанаһығыҙмы? Һис тә икеләнмәгеҙ – еңелеп бара торғандарҙан түгел Байназар мәктәбе уҡыусылары. Таһыллыҡтарын, милли көрәш үҙенсәлектәрен яҡшы белеүҙәрен район күләмендәге бәйгелә раҫлап ҡайтып ҡына торған саҡтарында тап иттек еңеүселәрҙе. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры ҡултамғаһы ҡуйылған Почет грамотаһын тапшырып та өлгөрмәгәйнеләр.“Йәҙгәр” командаһы үҫмерҙәре спорттың был төрө менән етди шөғөлләнә. Нәзир Йәҙгәр улы Ғазин иҫтәлегенә йәш көрәшселәр араһында ярыштың даими үткәрелеүе лә таһыллы егеттәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Буш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыу менән бергә физик әҙерлек тә кәрәк бит армия хеҙмәтенә барасаҡ ир-егеттәргә. Бынан тыш, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу өсөн дә бынамын тигән шөғөл. Һөҙөмтәлә мәктәп уҡыусылары араһында көрәш алымдарын яҡшы белгән, бай тәжрибә туплағандар артҡан. Мәҫәлән, әлеге район күләмендәге ярышта Рушан Сафин менән Айтуған Баязитов беренсе урынды бүлешһә, Азамат Ҡарағолов та уларҙан ҡалышмаған – почет пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелгән.