Универсиадаға әҙерләнәбеҙ02.02.2012
Универсиадаға әҙерләнәбеҙБашҡортостан Хөкүмәтендә 2012 йылғы II Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙғарылды.
Быйыл мартта Башҡортостан Универсиаданың финал ярыштарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Республикала ете старттың алтауһы үтәсәк. Сараға меңдән ашыу спортсының килеүе көтөлә. Тау саңғыһы ярышында 130 кеше, биатлонда — 400, сноубордта — 124, саңғы ярышында — 213 кеше, хоккей буйынса 16 команда ҡатнашасаҡ.
Универсиаданы асыу тантанаһы 12 мартта уҙғарылып, ул 26 мартта тамамланасаҡ. Ҡышҡы Универсиаданы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Спорт резервын әҙерләү буйынса федераль үҙәк, Рәсәй студенттарының спорт союзы ойоштора.
Ә. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад