Ҡайһы команда үҙ боҙонда уйнарға яратмаһын инде! Ә бына Магнитогорскиҙың “Металлург”ы “Салауат Юлаев”тың ҡунаҡҡа килгәнен һис өнәмәй. Был ғәжәп күренештең сәбәбе шунда: матчҡа барған беҙҙең көйәрмәндәр стадионды тултыра ла хужаларға ауыҙ асырға ла ирек бирмәй.
Бәлки, шуғалыр ҙа быйыл көсһөҙләнгән командабыҙ чемпионды еңел генә еңеүгә өлгәшкәндер – 6:2. Әлбиттә, бынан алда “Барыҫ”ты ла 5:3 иҫәбенә отҡайнылар, әммә унда алыш көсөргәнешле булды. Ә “Металлург”ты ҡыйраттылар!
Ләкин ҡапҡан һайын ҡалъя булмай. Екатеринбургта абындылар. “Автомобилист”ҡа ҡаршы уйнауы былай ҙа гел еңел түгел, өҫтәүенә оҫтабыҙ Алексей Кайгородов йәрәхәт алып ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә уңышһыҙлыҡҡа тарыныҡ – 0:3.
Ә бөгөн киске 9-ҙа телевизорҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ, сөнки беҙҙе тағы бер мөһим ваҡиға көтә: Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” – “Салауат Юлаев” матчы!