Донъя батырҙары – Башҡортостандан26.11.2014
Донъя батырҙары – Башҡортостандан
Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән XII билбау көрәше буйынса донъя чемпионатынан Башҡортостан егеттәре еңеү менән ҡайтты.

Рәсәй йыйылма командаһы исе­ме­нән сығыш яһаған батырҙарыбыҙ – ха­лыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Арыҫланов, Рәсәйҙең атҡаҙан­ған спорт мастеры Альберт Рәхмәтул­лин чемпион исемен яуланы, кө­рәш­­селәр Ар­тур Зөлҡәрнәев менән Харис Мөсә­лиев үҙ ауырлыҡ үлсә­мендә II урынды алды.
Донъяның төрлө төбәктәренән килгән командалар араһында еңеүҙәр­ҙең дөйөм һаны буйынса Төркмәнстан – I, Рәсәй – II, Украина III урында.
– Дәғүәселәребеҙ бик көслө ине, әммә беҙҙең егеттәр яҡшы әҙерлек менән барғайны. Шуға ла республика данын барлыҡ донъяға таныттылар, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юнир Ильясов.
Альберт Рәхмәтуллинға 28 йәш, көрәш менән шөғөлләнеүенә 15 йыл тирәһе.
– Ғөмүмән, башҡорт көрәш мәктәбе – иң көслөләрҙең береһе. Был ярышта мин дүртенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланым. Еңеү өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс һәм маҡсатҡа табан ынтылыш мөһим, – тине данлыҡлы батыр.


Вернуться назад