Хоккейҙа уңыштарыбыҙҙың яйлап юҡҡа сығыуына күңел әрней. “Салауат Юлаев” командаһы батып барғанда һаламға йәбешеп ҡарай ҙа бит, бигүк килеп сыҡмай.
Һуңғы арала гел уңышһыҙлыҡ. “Сочи”ҙы 6:2 иҫәбенә ҡыйратҡандарына кәпәс сөйәһе түгел, сөнки ул үҙе көсһөҙ, иң артта һөйрәлә. Әлбиттә, артынса уҡ “Авангард” менән лайыҡлы уйнанылар, әммә беҙҙекеләргә был юлы бәхет йылмайманы – 1:2. Әле лә баяғы буллит һуғыуҙа оҫталыҡ етмәне.
ЦСКА-ға ҡаршы матчта бындай мөмкинселек тә булманы. Төп көстәре Александр Радулов менән Стефан Да Коста уйнамағас, күңелдә ниндәйҙер өмөт сатҡылары балҡып ҡуйғайны ла, тиҙ һүнде. Тәүге осор ғына көсөргәнешле барҙы, икенсеһендә юлаевсылар ҡапҡаһына алты шайба(!) инеп сыҡты. Һөҙөмтәлә бер ҡаршылыҡһыҙ еңелдек – 0:7...