Йөҙөүгә йөҙ бороу мөһим18.11.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәй Йөҙөү федерацияһы башлығы, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы Владимир Сальников менән осрашты.

Төбәк башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын Өфөлә үткәреү хоҡуғын алыу йәһәтенән эш алып барыла. Мәсьәлә киләһе йыл ғинуарҙа хәл ителәсәк. Әгәр был сара Өфөлә үткәрелһә, ҡалаға ҙур йөҙөү үҙәге кәрәк буласаҡ. Төбәктә коммерция эшмәкәрлеге әүҙем үҫешә. Киләһе ике йылда 25 метрлыҡ тиҫтәгә яҡын бассейн сафҡа инергә тейеш.
Владимир Сальников “Йөҙә беләм” программаһы тураһында һөйләне һәм республика Президентын был спорт төрөн үҫтерергә саҡырҙы.



Вернуться назад