Һыуыҡта футбол буламы?15.11.2014
Европаға эйәреп, Рәсәй футболында ла көҙлө-яҙлы уйнауға күскәйнеләр. Уйнау түгел, яфаланыу инде был. Һыуыҡта трибуналар бушап ҡалды, майҙансыҡтар ҡарға сумды, матчтар кисектерелде...


“Өфө” клубы чемпионаттың ике осрашыуын Пермдәге резерв стадионында уҙғарҙы, сөнки баш ҡалабыҙҙа футбол яланының япмаһын яһалма йылытыу ҡаралмаған. Яҡташтарыбыҙ “Торпедо” менән дә, ЦСКА менән дә тигеҙ иҫәпкә уйнап, мәрәй бүлештеләр.
Ә бына Рәсәй кубогына алыш Өфөлә үтте. Быныһы ла ҙур ыҙалыҡ менән, сөнки томан арҡаһында футбол майҙанында бер нәмә лә күренмәй ине. Мәскәүҙең “Локомотив”ы ҡапҡаға беренсе типкәндә үк бер гол индерҙе лә әллә ни көсәнмәй генә уйынды аҙа­ғынаса еткерҙе. 0:1 – яҡташтарыбыҙ артабанғы ярыштан төшөп ҡалды.
Һуңғы турҙа “Ростов” командаһы менән шул уҡ Пермдә бер яҡ та ҡапҡаға туп керетә алманы – 0:0. Тағы ла көҙлө-яҙлы уйнауҙың кәрәге бармы икән тигән һорау тыуа, сөнки был матч күңел­һеҙлеге менән айырылып торҙо. Өҫтәүенә, инеү бушлай булһа ла, стадионға 400-ләп кенә көйәрмән килгәйне.
24 ноябрҙә “Локомотив”ҡа ҡаршы осрашыу ҡайҙа уҙыр икән?




Вернуться назад