Сәфәрҙән уңмай ҡайтҡас, ниһайәт, үҙебеҙҙә хәл яҡшырыр тиһәк, булманы. Ҡара бесәй ҡыйҙымы ни юлаевсыларҙың юлын, рәттән биш тапҡыр еңелеүгә дусар ителделәр.
Тәүҙә Татарстандың “Нефтехимик” командаһы ныҡлыҡҡа һынаны. Аһ, был штраф ваҡытын күп алыу бәкәлгә һуға бит! Дүрт минут буйына өсәүләп бишәүгә ҡаршы уйна әле... Һөҙөмтәлә төп осорҙа иҫәп тигеҙ булып (2:2), овертайм башланды. Юҡ, “алтын гол”ды бер яҡ та индерә алманы. Буллит буйынса иһә отолдоҡ – 2:3.
“Трактор”ға ҡаршы осрашыуҙа төш күрәм тип торам. Уйын шул уҡ юлдан китте. Йәнә төп ваҡытта тигеҙ иҫәпкә өлгәштек (2:2), йәнә овертайм еңеүсене асыҡлай алманы, йәнә буллит буйынса отолдоҡ (2:3). Баш тренерыбыҙ Владимир Юрзинов был юлы, аптырапмы, хәл иткес алышҡа һаҡсы Андрей Зубаревты сығарҙы. “Атлант” хоккейсыһы булғанда ул бер мәл командаһына буллит буйынса еңеү килтергәйне лә, был юлы бәхет йылмайманы шул...
“Югра”ға ҡаршы беҙҙекеләр сәмле генә башлағайны ла уйынды, улары бер-бер артлы өс гол индергәс, шиңделәр. Ҡунаҡтар ҡапҡаһына ни бары бер шайбаны ташларға көстәре етте – 1:3.
Ярай әле Өфөләге осрашыуҙарҙы һөҙөмтәле тамамлап ҡуя алды юлаевсылар. Бөтә асыуҙары “Лада”ға төштө, ахыры – 3:2. Әйткәндәй, уларҙың ике йөҙләгән көйәрмәне беҙҙең “Өфө-Арена”ның өнөн тыға яҙҙы. Шулай инде, уйының менән ҡыуандырмаһаң, матчҡа йөрөгән көйәрмәндәрең кәмей башлай...
Ә бына артабан Мәскәүгә булған сәфәр бөтөнләй ҡанаттарҙы ҡайырҙы. Өмөтһөҙ башланды ла (48 секунд эсендә үк беренсе шайбаны үткәрттек), шулай уҡ хәйерһеҙ бөтөп ҡуйҙы (6:0). Ике ҡапҡасыбыҙ ҙа, алмаш-тилмәш уйнап, сираттағы отолоуҙан ҡотҡара алманы.