Спорт “капитаны” ул29.10.2014
Спорт “капитаны” ул
Рәсәй төбәктәре ара­һында физкультура һәм спорт эшмәкәр­ле­ген ойоштороу буйынса смотр-бәйгелә Баш­ҡорт­остан икенсе йыл рәттән еңеү яуланы.


Әлбиттә, бындай мәртә­бә­ле уңыш тиктомалдан түгел, ә бәләкәй аҙымдар, ҙур булма­ған еңеүҙәр аша яулана. Коллективты сәләмәт тормошҡа әйҙәү, унда илһамлы эш мө­хитен ойоштороу, ғәҙәттә, ке­ше­нең эскерһеҙ хеҙмәте һәм ихлас мөнәсәбәте менән баш­ҡарыла. Бер ойошмала эшлә­гәндәрҙең үҙ-ара татыу­лығы, берҙәм маҡсатҡа табан атлауы, шулай уҡ спорт кәрәк-ярағы менән тәьмин ителеүе, киң мәғлүмәт саралары, ба­ғыу­сылар менән емешле аралашыуы ла уларҙың физ­куль­тура эшмәкәрлеген ойоштороусы оҫтанан, йәғни спорт “ка­питаны”нан, тора.
Рәмил Ташбулатов – тап шундай­ҙарҙан. ”Газпром нефтехим Салауат” нефть эш­кәртеү заводының профсоюз ойошмаһында спорт комис­сия­һы рәйесе ул. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, Тбилиси ҡа­лаһы янында хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас, запастағы капитан Өфө, Ишембай ҡалаларының оборона предприятиеларын­да эшләй, бер рәттән завод командалары исеменән футбол, еңел атлетика, саңғы, хоккей буйынса ҡала һәм республика ярыштарында ҡат­наша.
Салауат ҡалаһының һәм “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиә­те­нең коллективтары араһын­да үткәрелгән спартакиадала ҡат­нашыр өсөн команда тө­ҙөүгә лә ҙур көс һала. 14 спорт төрөн үҙ эсенә алған был бәйге етенсе тапҡыр үткәрелә, һәм унда дүрт йыл рәттән Рәмил Камил улының командаһы еңеүгә өлгәшә. Уларҙың яуланған бик күп призлы урындары, кубоктары заводтың нефтехимия компаниялары араһында спорт лидеры булыуын дә­лилләп тора.
Предприятие эшселәренән тупланған “Кобра” спорт пейнт­­болы командаһы Баш­ҡортостан һәм Волга буйы федераль округы сик­тәрендә уҙған берен­селек­тәрҙә күп тапҡыр уңыш ҡа­ҙанып, 2012 йылда команда ағзалары Рә­сәйҙең спорт мастерлығына кандидат исеменә лайыҡ була.
Быйыл 55 йәшен тултырған ир-уҙаман йәмғиәттә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. “Салауат батыры” ир-егеттәр фестива­лендә Рәмил Ташбулатов, команда мәнфәғәте өсөн 18–24 йәшлектәр менән биш спорт төрө буйынса ярышта ҡатнашып, I, III урындарҙы яуланы.





Вернуться назад