Ваҡыт аға, заман үҙгәрә. Шул саҡта рухи ҡибла кешегә көс, ныҡлыҡ бирә. Көйәрмән дә шулай яратҡан командаһы менән шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә.
“Салауат Юлаев” хоккей клубы – республикабыҙ ғорурлығы. Ул чемпион булған мәлдәрҙе хәтерләйһегеҙҙер? Бөгөн уның даны, әлбиттә, тоноҡлана төштө, әммә йырҙа ла “ауыр саҡтар бик күп була, түҙергә кәрәк, балам” тиҙәр бит. Һуңғы матчтар бигүк уңышлы тамамланмаһа ла, күңелһеҙләнмәйек. Ә инде команданы финанслауҙа килеп тыуған көсөргәнеш хәл ителер, тип сабыр ғына өмөт итәйек.
Шулай ҙа юлаевсылар уйынында етешһеҙлектәр күп икәне күҙгә салынмай ҡалмай. Һөжүм итеүселәр ҡайҙа юғалды? Ниңә иң күп голды һаҡсылар индерә? Үҙ сиратында һаҡ һыҙығы аҡһай. Ҡапҡасыларыбыҙ араһында ла “аһ, бына был, исмаһам, ҡаҡшамаҫ стена!” тип әйтерлеге юҡ. Бер матчта һәйбәт торһалар, икенсеһендә уларға “күҙ тейә”...
Һөҙөмтәлә октябрь аҙағындағы сәфәрҙә КХЛ-да артта һөйрәлгән Риганың “Динамо”һынан 1:2 иҫәбенә отолдолар. Ә инде Санкт-Петербургта СКА исемле “бульдозер” аҫтында ҡалырҙары көн кеүек асыҡ ине. Ысынлап та, көстәр тигеҙ булманы – еңелдек (2:7).
Рөстәм ХӘМИТОВ:– “Салауат Юлаев” хоккей клубы булды, бар һәм буласаҡ. Беҙ яңыраҡ уның 50 йыллығын байрам иттек, нәҫелдәребеҙ 100, 200 йыллығын да билдәләр, тип уйлайым. Шуға күрә республикала хоккейҙың үҫешәсәгенә шикләнмәйем. Көйәрмәндәргә борсолорға нигеҙ юҡ.