КХЛ-да 28 команда. Календарҙы төҙөгәндә барыһының да мәнфәғәтен күҙәтеп булмай. Бына “Салауат Юлаев” та уҙған йомала ғына Өфөлә “Авангард” менән сәкәләшһә, йәкшәмбелә Финляндияла боҙға сығырға тейеш ине.
Йома ҡыуаныс килтермәне. Эш аҙнаһы һуңында рәхәтләнеп ял итергә тип аренаға килгән көйәрмәндәр балтаһы һыуға төшөп ҡайтып китте. Тәүге осорҙа ғына алыш тигеҙ барҙы, икенсеһе ҡунаҡтар файҙаһына 5:2 иҫәбенә бөттө. Аңлашыла, хәҙер “Авангард” “ҡорбанын” ысҡындырмаясаҡ. Шулай булып сыҡты ла. Хатта тағы бер шайба индереп ҡуйҙылар. Ғөмүмән, барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла юлаевсылар отолдо.
Беҙҙән Дмитрий Семин менән Кирилл Кольцов ҡына уңышҡа өлгәште. Әлеге лә баяғы Кольцов! Һаҡсы миҙгел башынан ете гол керетеп, 17 тапҡыр еңеүле пас биргән. Был күрһәткес буйынса лигала беренсе ул. Әйткәндәй, данлыҡлы һөжүм итеүселәр Радулов менән Коварждың да – 17-шәр пас. Кирилл тәртипле уйынсы ла – алты ғына минут штраф эскәмйәһендә ултырған. Сағыштырыу өсөн: шундай уҡ һаҡсы Денис Бодров – 45 минут. Һис һүҙһеҙ, Кольцов – иң файҙалы хоккейсыларыбыҙҙың береһе.
...Хәҙер инде Финляндияға осорға кәрәк. Юлда арып барып, Хельсинкиҙа “Йокерит” менән лайыҡлы алыша алырҙармы? Бында ла күрһәткестәр йүнле түгел, әммә беҙҙең командала өс финдың булыуы уйынды хәл итте. Милләттәштәренә ҡаршы көс һынашыу уларға дәрт өҫтәне, буғай. Антти Пильстрем иҫәпте асһа, Илькка Хейккинен өсөнсө, дүртенсе шайбаларҙы индерҙе. Теему Хартикайнендың да бик уңышҡа өлгәшкеһе килгәйне лә, уға бәхет йылмайманы. Шулай ҙа һөҙөмтә яҡташтарыбыҙ файҙаһына (4:2)!