“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың физкультура-спорт эшен ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеүенә арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
“Рәсәй — спорт державаһы” V халыҡ-ара форумына ярашлы бүләкләү тантанаһы был юлы Чебоксарҙа үткәйне. Унда федераль һәм төбәк власть органдары, халыҡ-ара һәм дөйөм Рәсәй физкультура-спорт ойошмалары етәкселәре, олимпия хәрәкәте, ғилми һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре, шулай уҡ танылған спортсылар, тренерҙар ҡатнашты. Башҡортостан матди-техник база, адаптив физик культура һәм спорт, юғары ҡаҙаныштар, физик культураны һәм спортты финанслау кеүек күрһәткестәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе йыл рәттән алдынғы булып ҡала, тинеләр матбуғат конференцияһында.