Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай – быны һәр кем белә. Бына “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ла рәттән алты тапҡыр еңеүгә өлгәшкәйне лә... етенсеһендә абынды.
Һуңғы ҡыуанысты Өфөләге “Амур”ға ҡаршы уйын бүләк итте. Ҡапҡаға шайба артынан шайба инһә, көйәрмәнгә башҡа ни кәрәк инде?! Тәүге осорҙа көс һынашыу тигеҙ барһа, артабан ҡунаҡтар арыны, ахыры. Юлаевсыларҙың, киреһенсә, сәме уянды. 2:2, 3:2… 7:2!
Ләкин ике көндән уйынсыларыбыҙҙы күктән ергә төшөрҙөләр. “Себер”ҙән 3:2 иҫәбенә отолдолар. Шулай инде, матчтың ахырынаса тырышмаһаң, командаң файҙаһына билдәләнгән буллитты оҫта ҡуллана алмаһаң... Беҙҙең Кирилл Кольцовтың лигала иң күп мәрәй йыйған мәргән һаҡсылар исемлегендә тәүге урында тороуы ғына күңелде йылыта.