Иң етеҙ башҡорт егете15.10.2014
Иң етеҙ башҡорт егете
10-12 октябрь. Сочи. 65 мең көйәрмән. Донъяның иң етеҙ, иң сая автоуҙышсылары. Был – тарихта беренсе Рәсәй “Формула-1” ярышы!


Тулҡынланған кешеләрҙең береһе, моғайын, Ейәнсура районынан 74 йәшлек яҡташыбыҙ Эрик Ғафур улы Мусин булғандыр. Ҡыҙы Зөлфиәнең улы Даниил Квят – “Формула-1” уҙышсыһы – Рәсәйҙә үткән тәүге Гран-при этабында ҡатнаша бит!
Даня 1994 йылдың 26 апрелендә Өфөлә тыуа. Атаһы Вячеслав – Бөрө яғынан. Ғаилә башта Мәскәүгә, һуңынан Италияға күсеп китә, сөнки автоспорт Европала нығыраҡ үҫешкән, көслө командалар ҙа шунда урынлашҡан. Һөҙөмтәлә тырыш, һәләтле башҡорт егете төрлө ярыштарҙа еңеүсе була, әле дүрт тел белә. Бөгөн Квят – “Скудерия Торо Россо” (“Ҡыҙыл үгеҙ”) командаһы пилоты. Әммә киләһе йылдан ул данлыҡлы чемпион Себастьян Феттель урынына “Ред Булл”ға күсә­сәк.
Ә Сочиҙа яҡ­ташыбыҙ ниндәй уңышҡа өлгәш­теме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге ҡой­маҡ төйөрлө бул­ды. Бишенсе урын­дан старт алһа ла, Даниил финишҡа 14-се генә килде. Бында егетте ғәйепләү дөрөҫ түгел, сөнки машинаһының моторы көсһөҙ. Икенсе йыл уның нимәгә һәләтле икәнен күрербеҙ, моғайын.




Вернуться назад