Башҡортостанда “Милләт йәшлеге” республика спорт-йәштәр лагеры эшен тамамланы.
Социаль әһәмиәтле сараны Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “АЗС-КПД” компанияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ярҙамында ойошторҙо.
Лагерь “Ольховка” шифахана-профилакторийында эшләне. Унда инвалидтарҙың республика спартакиадаһы призерҙары, коррекция мәктәп-интернаттарында тәрбиәләнеүселәр, ҡала һәм райондарҙағы һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашты.
Лагерь ябай мәҙәни-ял майҙансығы ғына түгел, бөтә республикалағы йәш спортсылар өсөн күнекмәләр үҙәгенә әүерелде. Бында шулай уҡ Олимпия һәм Паралимпия чемпиондары, Рәсәй йыйылма командалары тренерҙары, спорт табиптары, психологтар менән осрашыуҙар ойошторолдо.
“Милләт йәшлеге” лагеры Рима Баталованың төбәк йәмәғәт фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында уҙғарылған икенсе конкурста алған 357 мең һумлыҡ грант иҫәбенә ойошторолдо.