Тормош аҡлы-ҡаралы, бормалы-бормалы. “Салауат Юлаев” командаһы сентябрҙә, рәттән өс тапҡыр абынып, мәрәй юғалтҡайны. Ә бына сираттағы сәфәре уңышлы ғына булды.
Тольяттиға күптән барғандары юҡ ине. Һуңғы осорҙа урындағы “Лада” башҡа лигала уйнағайны шул. Әле лә КХЛ-дың “бәпесе” ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмай, артта һөйрәлә. “Салауат Юлаев” унан еңелһә, оят булыр ине лә... Шөкөр, хужаларҙы 2:0 иҫәбенә отто.
Түбәнге Кама командаһы “Нефтехимик” нығыраҡ ҡырталашҡан кеүек тойолһа ла, уны ла 4:0 иҫәбенә ҡыйраттылар. Бында, әлбиттә, юлаевсыларҙың 35 секунд эсендә ике шайба индереүе уйын барышын беҙҙең файҙаға бороп ебәрҙе.
Силәбелә иһә матч бигерәк көсөргәнешле уҙҙы. Башта уҡ Антти Пильстремдың гол керетеүенә ҡарамаҫтан, артабан оҙаҡ ваҡыт ике яҡ та уңышҡа өлгәшә алманы. Ошоноң менән хушһынайыҡ тигәндә, “Трактор” иҫәпте тигеҙләне. Ә овертаймда сәмле алышты күҙәтеп булманы. Шунда уҡ өфөләрҙән Теему Хартикайнен уйынға нөктә ҡуйҙы – 2:1.
Ханты-Мансиҙа “Югра” менән сәкәләшеү ҙә еңел булманы. Осрашыу аҙағына еткәнсе тиерлек беҙҙекеләр 2:0 иҫәбенә алда барҙы. Айырыуса ҡыуаныслы, сөнки ҡапҡабыҙҙы яңы уйынсы Лиланд Ирвинг һаҡлай. Тәүге матчы бит, күңеле булһын. Их, хужалар бер шайба индерергә көс тапты... Йә, ярай, бының менән дә хуш.
Көнсығышта һаман дүртенсе урында киләбеҙ. Ә беҙ, журналистар, сентябрҙә иң ныҡ тырышҡан юлаевсыларҙы билдәләнек. Кемдәрме улар? Ҡапҡасы Владимир Сохатский, һаҡсылар Кирилл Кольцов менән Иван Вишневский, һөжүм итеүселәр Антти Пильстрем, Дмитрий Макаров, Алексей Кайгородов.