Ауырлыҡтарға ҡарамай, “Урал” еңеү яулай07.10.2014
Ай башында Рәсәйҙең ир-егеттәр араһындағы волейбол суперлигаһы чемпионаты старт алды. Үткән миҙгелдәге финанс ауырлыҡтарын еңеп сығып, беҙҙең “Урал” командаһы ярышҡа әүҙем ҡушылды.

Ошо көндәрҙә волейболсылар Чечен Республикаһының “Грозный” командаһы менән беренсе уйынды үткәрҙе. Биш сетта 3:2 иҫәбе менән “Урал” еңеү яуланы. Быға тиклем әлеге команда менән “Урал” дүрт тапҡыр осрашып, өс уйында еңеү яулағайны.
Үткән осор менән сағыштырғанда, команда составында әллә ни һиҙелерлек үҙгәреш юҡ. Яңы уйынсылар команданы көсәйтеп ебәрәсәк тип өмөтләнә тренер Игорь Пасечник. Ҡазан “Зенит”ында уйнап, былтыр Рәсәй чемпионы исемен яулаған Роман Яковлев, Аркадий Козлов, Андрей Куцмус, Александр Родионовтар яңы һулыш өҫтәйәсәк, ти белгестәр.
Киләһе уйын 8 октябрҙә Өфөлә “Зенит – Ҡазан” командаһы менән үтәсәк.



Вернуться назад