Ҡыҙҙар самбоны һайлай01.10.2014
Ҡыҙҙар самбоны һайлай
Ә самбо менән шөғөлләнгән үҫмер ҡыҙ Лилиана Сәлимйәнова декабрҙә Кипрҙа уҙасаҡ донъя беренсе­легенә барасаҡ. Рәсәй чемпиона­тында яулаған еңеүе уға ошо хоҡуҡты бирҙе.


Сентябрь аҙағында Брянск өлкәһенә илдең 44 төбәгенән 15-16 йәшлек 200-ҙән ашыу ҡыҙ көслөләрҙән-көслөнө асыҡларға йыйылды. Туймазының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең данын ике ҡыҙ яҡланы. Лилиана чемпион булһа, Елена Абдуллина икенсе урынды алды. Уларҙы спорт мас­теры Рөстәм Мөхәмәтдинов күнектерә.
Был тренер үҙе лә әленән-әле оҫталығын һынап тора. Яңы ғына Испанияла ветерандар араһында дзюдо буйынса үткән донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы.




Вернуться назад