Өс көн буйы “Туймазы-Арена” балалар тауышынан гөрләп торҙо. Һигеҙ йәшлек малайҙар араһында район хакимиәте башлығы кубогына Бөтә Рәсәй асыҡ хоккей турниры уҙҙы унда.
Ярышты асып, район етәксеһе Айҙар Суфийәнов спортсыларға уңыш теләне һәм был сараның йолаға әүерелеренә ышаныс белдерҙе. Быйыл турнирҙа Туймазы, Нефтекама, Өфө, Ижевск, Орск, Астана ҡалаларынан алты команда ҡатнашты.
Һәр бер малай еңеүсе булырға сәмләнде. Һөҙөмтәлә Өфөнөң йәш юлаевсылары барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Икенсе урында – Туймазының “Девон”ы, өсөнсөлә –“Ижсталь” (Ижевск). Ярыштың иң яҡшы уйынсылары ла билдәләнде.