"Салауат Юлаев" яңы миҙгелдә лә Гагарин кубогына төп дәғүәсе булыуына көндән-көн нығыраҡ ышандыра. Тәүҙә Минскиҙың "Динамо"һын 8:4 иҫәбе менән ҡыйратып, һуғышырға яратҡан "Витязь" уйынсыларын 3:0 иҫәбе менән теҙ сүктереп, өфөләр көйәрмәндәренә сираттағы хоккей байрамын бүләк итте.
Ысынлап та, "Витязь" менән осрашыу, көйәрмәндәргә мауыҡтырғыс уйындан бигерәк, һуғыш майҙанын вәғәҙә иткәйне. Ни тиһәң дә, йыл башында был ике команда араһындағы уйындың нисек тамамланғанын күптәр хәтерләй. Ул мәлдән һуң ҡеүәтле Александр Свитов та бер аҙ "ял итеп" алғайны.
Әммә был юлы бөтәһе лә башҡасараҡ булды. Ике яҡ та мауыҡтырғыс, юғары тиҙлектәге уйын күрһәтте. Уйынсыларҙың бер-береһен түпәләүен күрергә килгән ҡайһы берәүҙәргә ысын хоккей ҡарарға тура килде.
Әйткәндәй, осрашыу һаҡсы Виталий Прошкин өсөн ил чемпионаттарында меңенсе ине. Ул уйында "ҡаҙнаһын" бер мәрәй менән тулыландырҙы. "Швед стенаһы" ҡушаматын йөрөткән ҡапҡасы Эрик Эрсберг та үҙен ышаныслы тотто, беҙҙең яҡта бер тапҡыр ҙа "ҡыҙыл ут" янманы.
Ә бына киләһе уйын "боҙ триллерына" әйләнде. "Северсталь" хоккейсыларының әле плей-офҡа сығыуға өмөтө бар, шуға ла улар һәр мәрәй өсөн теше-тырнағы менән көрәшә. Был юлы еңеүсене буллиттар асыҡланы, ә "Северсталь" уйынсыларына бер мәрәй менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Сираттағы еңеүҙән һуң, "Салауат" турнирҙың Көнсығыш конференцияһында икенсе урынға күтәрелде, ул әлегә Силәбенең "Трактор"ынан ғына ҡалыша.
З. РӘШИТОВ.