Хәйерһеҙ булды юлаевсыларҙың Себергә сәфәре. Новокузнецкиҙа еңелгәндән һуң (2:3) Новосибирскиҙа ла уларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманылар – “Себер” үҙ боҙонда еңел отто (3:1).
Кәйефһеҙ генә Өфөгә ҡайтып инеүгә йәнә уңышһыҙлыҡ һағалап торған. Ҡунаҡҡа килгән Мәскәүҙең “Динамо”һына бирештеләр (2:4). Ышаныслы ғына башлағайнылар ҙа һуң уйынды, нимә етмәне? Ғәҙәттә тыныс була белгән баш тренерыбыҙ Владимир Юрзинов матчтан һуң түҙмәне – арбитрҙарға ғәйеп ташланы. Ысынлап та, юлаевсыларға штраф артынан штраф сәпәп торҙолар. Бындай хәлдә һынмаҫ ерҙән һынырһың...
Ике көндән иһә беҙҙекеләрҙе танырлыҡ түгел ине. Чемпион булған саҡтарын хәтергә төшөрҙөләрме, судьяларға йәндәре көйҙөмө, “алға, еңеүгә!” тигән уй менән сыҡҡайнылар, ахыры. Ярославлдең “Локомотив”ына баш ҡалҡытырға ла форсат бирмәнеләр. Дмитрий Макаров менән Антти Пильстремдың матур голдары, Антон Слепышевтың шәхсән оҫталығы көйәрмәндәрҙе һоҡландырҙы. Арена “маладис!” тигән ауаздарға күмелде. Денис Толпеко менән Алексей Кайгородов та дөйөм уңышҡа өлөш индерҙе. Иҫәп – 5:2. Күңел йырлай: “Лә-лә-лә!” Кешегә тағы ни кәрәк?..
*. * *
“Өфө” футбол клубы һуңғы арала ҡыуандыра. Аутсайдер – Екатеринбургтың “Урал”ына еңелеүен-еңелделәр, әммә киләһе турҙа Саранскиҙың “Мордовия”һын 2:0 иҫәбенә оттолар. Рәсәй кубогына ярышта иһә Красноярскиҙың “Енисей”ынан өҫтөнөрәк булдылар (3:2). Артабан 1/8 финалда беҙҙекеләрҙе күпкә көслөрәк “Локомотив” (Мәскәү) көтөп тора. Мин генә аптырашта ҡалдым: яҡташтарыбыҙға янып-көйөргәме, әллә күптән яратҡан “тимер юлсыларым” өсөнмө?