Ҡытайға кем барыр?27.09.2014
Дүшәмбелә Италияның Баколи ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса турнир башланды. Быйыл унда Донъя кубогы уйнатыласаҡ. 13 илдән 62 спортсы уның өсөн көрәшә лә инде.


Ярыш һөҙөмтәләренә ҡарап, декабрҙә Ҡытайҙа уҙасаҡ Бөтә донъя интеллектуаль уйындарына кемдәр барасағы билдәле буласаҡ. Ымһындырғыс. Юҡҡамы ни Баколиға 19 халыҡ-ара гроссмейстер килгән!
Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан вәкилдәре күп кенә: Александр Георгиев, Тамара Танһыҡҡужина, Муродулло Амриллаев, Айгөл Иҙрисова, Айнур Шәйбәков. Александр Гетманский ҙа – Өфөләге “Башнефть” шашка клубы ағзаһы.
Икешәр партия уйнағандан һуң биш кеше иң күп мәрәй йыйҙы, шуларҙың өсәүһе беҙҙекеләр – Георгиев, Амриллаев, Шәйбәков. Бөтәһе туғыҙ тур үтәсәк.




Вернуться назад