Йырсы, Башҡортостан менән Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов спорт ярата. Уны йыш ҡына хоккей матчында күрергә була. Ә үҙе йыл да үҫмерҙәр араһында футбол буйынса республика турниры ойоштора. Ҙур үҫһәң дә, малай саҡ, шаян саҡ иҫтән сыҡмай инде ул!
Быйыл ярыш етенсе тапҡыр уҙҙы. Унда Әлшәй, Бишбүләк, Благовар, Йәрмәкәй, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары һәм Миәкә районының Оло Кәркәле ауыл биләмәһе командалары сығыш яһаны. Көйәрмән сифатында мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡатнашыусы малайҙарҙың туғандары, ауылдаштары килгәйне. Көсөргәнешле алышта стәрлебаштар һынатманы. Әлшәй үҫмерҙәре – икенсе, бишбүләктәр өсөнсө урынды яуланы.
Сара сиктәрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Миәкә спорт мәктәбенә “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды исеменән күнекмә формалары тапшырҙы. Ә йырсы ҡыҙы Айгизә менән бергә тамашасылар алдында бер нисә яңы йырын башҡарҙы.