Салауат ҡалаһынан 24 йәшлек Эмиль Сәйфетдинов – спидвей буйынса Европа чемпионы! Һуңғы этап Польшаның Ченстохов ҡалаһында үтте. Финал уҙышына тиклем үк Эмиль башҡаларҙан күпкә алда бара ине, шуға ла һуңғыһында уға йығылыуы ла ҡамасау итмәне.
Эмилгә бәләкәй сағынан мотоцикл ене ҡағыла. Туғыҙ йәшендә тәүге ярышында ҡатнаша. Һәләте бик иртә асыла, шуға күрә лә ул – үҫмерҙәр араһында иң йәш Рәсәй чемпионы, тарихта үҫмерҙәрҙән тәүге булып ике тапҡыр донъя чемпионы (ә был турнирҙарҙың беренсеһендә финалға уҙһа ла, 16 йәше тулмаған тип уны дисквалификациялайҙар), Гран-при донъя серияһы этабының иң йәш еңеүсеһе...
Былтыр яҡташыбыҙ Европа турнирында дүртәүҙән ике генә этапта ҡатнашты. Йәрәхәт алғас, уға миҙгелде иртә тамамларға тура килде. Бына, ниһайәт, ҙур уңыш!
Хәҙер Эмиль донъя кимәлендә беренселеккә ынтыла. “Рәсәйҙән әле бер кемдең дә спидвей буйынса планета чемпионы булғаны юҡ. Ә ниңә тырышып ҡарамаҫҡа?” – ти ул.