Тәжрибә арттырыу фарыз23.11.2011
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә социаль туризм мәсьәләләре буйынса I Бөтә Рәсәй форумына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы булды. Сараны 15 – 16 декабрҙә Өфөлә уҙғарыу күҙаллана.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ, 2011 йылда “Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү (2011 – 2018 йылдар)” айырым маҡсатлы федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡарауына баш ҡалала ошондай форум үткәреү тәҡдимен индерҙе. Бөгөн Башҡортостан — был проект тормошҡа ашырылған берҙән-бер төбәк.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Михеев билдәләүенсә, Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ошондай тәжрибәне артабан да байытырға кәрәк.
Бөтә Рәсәй форумының төп маҡсаты — социаль туризмды үҫтереү, Рәсәй халҡының туризм хеҙмәттәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙы камиллаштырыу.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Федераль агентлыҡ араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеү төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ, “Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү (2011 – 2018 йылдар)” айырым маҡсатлы федераль программаһының бер өлөшө булараҡ, айырым маҡсатлы төбәк программалары” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе һәм “Рәсәй Федерацияһында социаль туризмды үҫтереү. Мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары” тигән пленар ултырыш уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, республиканың туризм индустрияһы күргәҙмәһе төбәктең туристик мөмкинлектәрен сағылдырасаҡ. Федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса матбуғат туры ойоштороласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад