Көрәш батырҙары һөйөндөрҙө23.09.2014
18 – 21 сентябрҙә Владикавказда билбау менән көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы. Уның һөҙөмтәләре шаҡтай ҡыуаныслы.


Был сарала ҡатнашҡан Башҡортостан йыйылма коман­даһы биш ҡатын-ҡыҙ һәм 14 ир-егеттән тора. Ирҙәр йыйыл­ма командаһы менән етәкселек итеүселәр – халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Арыҫланов, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Альберт Рәхмәтуллин һәм көрәшсе Артур Зөлҡәрнәев үҙ категорияларында беренсе урын яуланы. Тап ошо еңеүҙәре һөҙөмтәһендә өс баты­ры­быҙ ҙа билбау менән көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына индерелде. Улар ноябрь айында Ашхабад ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионатында иһә илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.


Вернуться назад