Иллә “күңелле” юлаевсылар менән! Көйәрмәнде уттан алып һыуға һалыуҙы дауам итәләр. Ныҡлыҡҡа һынайҙар, ахыры.
Сираттағы “Адмирал” менән осрашыу шул уҡ сценарий буйынса китте. Уйын башланып өс минут үтеүгә таблола 0:2 һандары яна ине. Отолабыҙ... Ҡайҙа беҙҙең һаҡсылар? Ә улар – Кирилл Кольцов менән Иван Вишневский – матч һайын бер-береһенән уҙҙырып гол керетә. Улайһа һөжүм итеүселәребеҙ ҡайҙа?
Ярай әле был көндә лә ошо икәү уйынға һынылыш индерҙе. Ә инде Александр Степанов, Теему Хартикайнен, Антти Пильстрем уңышты нығытып ҡуйҙы – 6:4.
Артабан ике көн рәттән Хабаровскиҙа “Амур” менән көс һынаштылар. Әле бер тапҡыр ҙа боҙға сыҡмаған хоккейсыларға үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирелде. Уларҙың береһе – Денис Толпеко – был ышанысты аҡланы. Өҫтәп Алексей Глухов та гол индергәс, яҡташтарыбыҙ 2:0 иҫәбенә еңеү яуланы. Әммә күпселекте насар файҙаланғандары күренде.
Иртәгәһенә юлаевсылар төҙәлде. Команданың лидерына әйләнгән Антти Пильстрем (ике шайба) менән Иван Вишневскийҙың күпселектә тырышлығы бушҡа булманы. Хужалар иҫәпте ҡыҫҡартһа ла, отолдолар – 2:3. Ләкин ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Ике көндән Новокузнецкиҙа “Металлург”тан еңелеп ҡуйҙылар – 2:3.
Әйткәндәй, яңы ҡапҡасы менән килешеү төҙөлдө. Канаданан 26 йәшлек Леланд Ирвинг миҙгел бөткәнсе беҙҙә уйнаясаҡ.
Ә “Өфө” футбол клубы уйынсылары ҡунаҡта “Краснодар” командаһын 2:0 иҫәбенә отоуға өлгәште. Яҡташтарыбыҙ 11-се урында килә.