Йөрәк тимер түгел бит...10.09.2014
Ихтыяр көсөңдө күрһәтеү егетлек инде ул. Тик ниңә шул хәтлем көйәрмәндең йөрәген әрнетергә? Юлаевсыларҙың быйылғы матчтарын тыныс ҡына ҡарап булмай.


Өфө тамашасыһының хоккейға һөйөүе кәменеме, шәмбелә башҡа мәшәҡәттәр бимазаланымы – үҙ боҙо­боҙҙағы беренсе көндә арена шыплап тулмағайны. Килмәгәндәр үкенгәндер: “Витязь” командаһына ҡаршы уйын шәп тамамланды. Шулай тимәй, иҫәп 6:1 бит! Әммә унда ла, ғәҙәттәгесә, башта еңелеп барҙыҡ. Ярай тиҙҙән һаҡсылар Вишневский менән Кольцов алышҡа һынылыш индерҙе.
Ә бына артабан “Амур” менән осрашыу Ҡаҙағстанда миҙгелде асҡандағыһына оҡшаш булды. Шулай уҡ тәүҙә ҡапҡабыҙға яуапһыҙ өс гол үткәрттек. Аҙаҡ бөтә көстө бер йоҙроҡҡа туплап, батырҙарса көрәшә башланыҡ. Иҫәпте тигеҙләһәк тә, хәл сарыф ителеп бөттө: ҡунаҡтар алға сығып, һуңынан йәнә бер шайба индереп уңышты нығытып ҡуйҙы – 3:5. Ә уларҙың бығаса билдәле булмаған ҡапҡасыһы Сергей Борисов шәп уйнауы менән Өфө көйәрмәндәренең хәтеренә уйылып ҡалды.

Г. БИРГӘНОВА.


Вернуться назад