Ниһайәт, КХЛ-да хоккей миҙгеле башланды! Уйынсылар үҙҙәре лә быны һағынған кеүек – матчтар бик сағыу уҙа. Әйтерһең дә, плей-офф бара.
Тәүге турҙа уҡ бер нисә хоккейсы хет-трик (өс гол) яһаны. Улар араһында беҙҙең Антти Пильстрем да бар. “Салауат Юлаев”тың “Барыҫ”ҡа ҡаршы беренсе осрашыуында уҡ шундай уңышҡа өлгәште. Йәл, был беҙгә еңеү килтермәне.
...“Барыҫ” уйынды көслө башланы. Шулай булмай, үҙ боҙонда уйнай, хужаларҙың легионерҙары ла шәп. Бына тәүге осорҙоң уртаһына 0:3 иҫәбенә отолоп та барабыҙ. Һынылыш яһап булмаҫмы инде? Ю-юҡ, юлаевсылар бит әле улар! Икенсе осорҙа Астана хоккейсылары ҡапҡаһына дүрт шайба инеп ятмаһынмы! Ай, беҙҙекеләр! Ай, фин Пильстрем!
Иң яуаплы өсөнсө осорҙа ныҡ торһаҡ, өс мәрәй кеҫәгә инеп ятасаҡ. Иртәрәк ҡыуандыҡ, ахыры. Биш минутлыҡ штраф ваҡыты алыуыбыҙ бушҡа уҙманы – “Барыҫ” иҫәпте 4:4 итте. Әммә алда беҙҙе бынан да хәтәрерәк күңелһеҙлек көтөп торған: матч бөтөүгә бер секунд ҡалғас, хужалар еңеүгә өлгәште. Их, бәхет юҡ бөгөн...