Күршеләргә барҙыҡ әле...06.09.2014
Яңы атлай башлаған бала йыш абынған кеүек, “Өфө” футбол клубы ла Рәсәй Премьер-лигаһында башлыса отола, мәрәйҙәре лә күп түгел. Шуға күрә лә алтынсы турҙа тигеҙ иҫәпкә уйнау ысын мәғәнәһендә бәхетле минуттар бүләк итте.


Йәрәбә кем менән осраштырҙы бит әле – ут күрше Татарстандың “Рубин”ы! Ул Чемпиондар лигаһында данлыҡлы “Барселона”ға бирешмәгән команда әле. Яңы төҙөлгән стадиондары ла күҙ яуын ала. 2018 йылда Донъя чемпионатын ҡабул итәсәктәр бит.
Ғәҙәттәгесә, “Өфө” матч буйы һаҡ ҡыланды. Ҡапҡасыбыҙ ҙа һынатманы. Юҡҡамы ни көслө командалар ҙа беҙгә бер-ике тапҡыр ғына туп индерә ала. Ҡазандарҙан да бер гол үткәрттек. Осрашыу шулай тамамланыр тип көйәләнгәндә (сөнки судья өҫтәгән дүрт минут та уҙып бара ине), өфөләр штраф һөжүменә хоҡуҡ алды. Ҡаршы яҡ уйынсылары бөтә команда менән бер һыҙыҡҡа теҙелде. Ай-һай, был “стена”ны емереп булырмы? Булдырһа, Марсиньо ғына булдырыр тип уйлауыма, ул алға сығып та баҫты. “Барыбер өмөт юҡ”, – тиеүемә туп ҡапҡаға барып та инде! Бик матур гол! Стадиондағы аҙ һанлы “Өфө” көйәрмәндәренең шатлығын күрһәгеҙ... Беҙ, телевизор янында ултырғандар ҙа, өй эсен ҡыуаныслы ауазға күмдек.
Миҙал яуламаһаҡ та, уртаса командалар иҫәбендә тамамларға ине беренселекте. Һәр кемдең үҙ өлөшө бит.


Вернуться назад