Чемпиондар тәрбиәләйбеҙ03.09.2014
Үҫеп килгән быуынды оло тормошҡа әҙерләү, өлгөлө һабаҡ биреү хаҡында һүҙ йөрөтөргә күнеккәнбеҙ, ә бының өсөн ниндәй саралар күрелә?!


“Чемпион тәрбиәләйбеҙ” мәрхә­мәтлек проектына ярашлы, “Мегафон” элемтә операторы вәкилдәре Рима Баталованың “Милләт йәш­тәре” төбәк йәмәғәт фондына 350 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Легендар спортсы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты ойош­торған фонд йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу мәсьәлә­ләре өҫтөндә эшләй.
– Тапшырылған сумманан йөҙәр мең һумды 28-се, 13-сө коррекцион мәктәптәргә һәм насар ишеткәндәр өсөн махсус мәктәп-интернатҡа бүләсәкбеҙ. “Милләт йәштәре” фонды был аҡсаға улар өсөн спорт кәрәк-ярағы, күнекмәләр яһау ҡорамалдары алып бирәсәк. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән спорт­сыларға ярҙам итеү йәһәтенән дә эш алып барыла, – тине Рима Аҡбирҙе ҡыҙы матбуғат конферен­цияһында.
– “Мегафон” операторы мәр­хәмәт­­лек сараларында әүҙем ҡатнаша, уларҙы ойоштороуға ла булышлыҡ итә. Байтаҡ йылдар дауамында үткәрелеп килгән футбол беренселегендә еңеүселәр – Бөрө ҡалаһының балалар йорто тәр­биә­ләнеүселәре – тиҙҙән Лондон ҡала­һына “Арсенал” клубы уйынсылары менән осрашыуға осасаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты компания етәксеһе Дамир Байгилдин.
“Милләт йәштәре” фондының төп маҡсаты – төпкөл ауылдарҙа йәшәгән, тулы тормош алып барыу­ҙан мәхрүм егет һәм ҡыҙ­ҙарҙы спортҡа ылыҡтырыу, уларҙан ысын чемпиондар тәрбиәләү. Афарин!




Вернуться назад