Шулай тиҙәр хоккейҙа матч һуңынан буллит һуғыуҙы. Ысынлап та, төп ваҡытта ла, овертаймда ла иң көслөнө асыҡлай алма ла ниндәйҙер осраҡлы бер гол уйындың яҙмышын хәл итһен әле...
Донъя кубогына Мәскәүҙең “Спартак” командаһына ҡаршы финал матчы тап ошолай бөттө. Йәл, беҙҙең “Толпар” файҙаһына түгел. Ярымфиналда Америка хоккейсыларынан ҡурҡыу бушҡа булды. Уларҙы 6:4 иҫәбенә ҡыйратып ташланы өфөләр. Ә бит ҡунаҡтар бик көслө уйнай ине.
Бәлки, был еңеү башын әйләндергәндер егеттәрҙең, тиерһегеҙ. Юҡ шул. Алыш ныҡ көсөргәнешле барҙы. Ике яҡ та чемпион исеменә лайыҡ ине. Төп ваҡыт та, овертайм да бәхетлене асыҡлай алманы (1:1), ә бына буллит һуғыуҙа мәскәүҙәр саҡ ҡына даланлыраҡ булып сыҡты. Кубок – уларҙа.
Шуныһы күңелде тынысландыра: донъяның иң көслө йәштәр командалары Америкала ла, Канадала ла түгел, ә Рәсәйҙә!