Алтынға тиң бер мәрәй29.08.2014
Дүшәмбе менән шаршамбыла “Толпар” өсөн хәл иткес көндәр булды. Донъя кубогына көрәштә һәр мәрәй ҡәҙерле бит. Үҙ боҙоңда ярымфиналға ла сыға алмаһаң инде... Ана, былтыр “Омск ҡарсығалары” Кубокты яуланы, беҙҙекеләр уларҙан ни ере менән кәм?
Шөкөр, чехтарҙың “Хомутов пираттары”н 2:0 иҫәбенә оттолар! Сәм уянды шикелле Өфө егеттәрендә.
Ай-һай, турнир таблицаһы буталсыҡ! Иң һуңғы матчтар һөҙөмтәһе буйынса төркөмдәге биш команданың дүртәүһе плей-офҡа сығыуға өмөтләнә ала. Шуға ла еңелеү артабан ярыштан төшөп ҡалыуға тиң буласаҡ. Ошоно иҫтә тотоп, “Толпар”ыбыҙ Канаданан “Кейт Брейтон”ды овертаймда булһа ла еңеп (3:2), ярымфиналда уйнау хоҡуғын яуланы, ә отолоусы был бәхеттән мәхрүм ҡалды. Йәл, беҙҙең егеттәр ҡуйылған бурысты төп ваҡытта атҡара алманы. Һөҙөмтәлә төркөмдә Беларусь вәкилдәрен уҙырға бер мәрәй етмәне. Һәм ярымфиналда бик көслө Америка командаһы “Су-Сити Маскетирс”ҡа тура килделәр. Белмәйем, уға көстәре етерме икән? Бер мәрәйҙең етмәүе ҡиммәткә төшмәҫме?
Бөгөн хәл иткес уйын була. Икенсе ярымфиналда “Спартак” менән “Динамо-Шинник” осраша. Был парҙар еңеүселәре иртәгә Кубок өсөн сәкәләшәсәк инде. Көтәбеҙ! Ышанабыҙ!


Вернуться назад