Командалар араһында хоккей буйынса Донъя кубогына ярыштың иң ҡыҙған мәле. Уйынсылар йәнтәслим алыша. Йәштәр бит: дәрт-дарман, сәм-саялыҡ етерлек. Тик, ни хәл итәһең, икәүҙең береһе генә еңеүсе була.
Йома көн хәйерһеҙ тамамланды: Өфөнөң “Толпар”ы тәүге матчта уҡ абынды – Беларустең “Динамо-Шинник” бәһлеүәндәренән отолоп ҡуйҙы (0:2). Беҙҙең ҡапҡасы Даниил Романов ҡына лайыҡлы уйнаны, тиһәң дә хата булмаҫ. Туҡта, бөгөн менән көн бөтмәй, ҡарарбыҙ әле…
Йәкшәмбелә инде Финляндияның “Экспоо Блюз”ынан һис еңелергә ярамай ине. Әйткәндәй, юлаевсыларҙың Антти Пильстремы элек ошо коллективта ҡанат нығытҡан. Мәрәйҙәр ике командаға ла ныҡ кәрәк, шуға ла уйындың беренсе яртыһында бер-береһе менән ярышып килделәр – 1:1, 2:2... Шунан инде беҙҙекеләр алға сыҡты. Ә өсөнсө осор аҙағында алышта һынылыш булды. “Толпар”, 23 секунд эсендә ике гол индереп, иҫәпте ҡыуып еткеһеҙ итте – 5:2. Афарин, егеттәр!
Дүшәмбелә яҡташтарыбыҙ чехтарға ҡаршы өсөнсө матчын уҙғарҙы. Ә бөгөн – Канада хоккейсылары менән һуңғы осрашыу. Иртәнән һуң ярымфиналда “Толпар”ҙы күрербеҙме-юҡмы?
***
“Өфө” футбол клубы һис ырата алмай. Биш матчта – бер генә еңеү. Һуңғыһы Мәскәүҙең “Спартак” командаһы менән уҙҙы. Әммә баш ҡалабыҙҙа түгел, ә ...Пермдә. Ниңәме? Йәнәһе, хәүефһеҙлек маҡсатында. Ысынлап та, “Спартак” көйәрмәндәре баш-баштаҡлығы менән дан тота, ай-һай, үҙҙәрен “ауыҙлыҡлап” булыр инеме икән?
Күсенеп йөрөү беҙгә еңеллек килтермәне. Барыбер еңелдек – 1:2. 16 команда араһында 13-сө урында киләбеҙ.