“Алтын билдә” өсөн – юғары стипендия23.08.2014
Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса илдең Спорт министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу буйынса бер нисә тәҡдим әҙерләне. Үҙгәрештәрҙе “Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы Федераль законға төҙәтмәләр рәүешендә индерергә тәҡдим ителә. Араларында ГТО-ның “Алтын отличие билдәһе” өсөн юғары стипендия билдәләргә тигәне лә бар.


Үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү физик тәрбиә биреүҙә, киң йәмәғәтселек спортын үҫтереүҙә һөҙөмтәле тармаҡ булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Был, үҙ сиратында, илде социаль-иҡтисади йәһәттән нығы­тыуҙа, граждандарҙы сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүҙә физик культура һәм спорт сараларын ҡулланыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Даими рәүештә спорт менән шөғөлләнгән граждандар өлөшөн 2012 йылдағы 22,5 проценттан 2020 йылға 40 процентҡа тиклем арт­тырырға мөмкинлек бирәсәк.
Мәғариф һәм фән министрлығында раҫлауҙарынса, ГТО-ның “Алтын билдә­һе”нә эйә булғандарға юғары стипендия билдәләү уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү буйынса этәргес көс буласаҡ. Бил­дәләрҙе алдағы йылда уҡ тапшыра башлау планлаштырыла.
Төҙәтмәләрҙә билдәләнеүенсә, ГТО нормаларына тест үтеү үҙәктәрен асыу ҡарала. Улар башҡарма власть органдары тарафынан федераль кимәлдә, шулай уҡ ил субъекттарында һәм муниципалитеттарында ойоштороласаҡ. Бындай үҙәктәргә ГТО-ны тормошҡа ашырыу буйынса план әҙерләү һәм инструкция күрһәтмәләрен һынау бурысы йөкмә­теләсәк. Шулай уҡ спортты пропагандалау һәм нормаларҙы тапшырыуға әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында физкультура-спорт клубтарын булдырыу планлаштырыла. Был учреждениелар дәүләттең финанс һәм милек ярҙамына, һалым һәм башҡа түләүҙәр буйынса ташламаларға, түләүһеҙ нигеҙҙә бина (әгәр унда өс айҙан ашыу кәм тигәндә 100 кеше шөғөлләнһә) һәм ер участкалары алыуға иҫәп тота ала.
Ә бына “Эврика” белем биреү сәйәсәте проблемалары институтының ғилми етәксеһе, Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәтселек советы ағзаһы Александр Адамский ҡайһы бер тәҡдимдәрҙе артыҡ тип иҫәпләй. “Идея бер аҙ көлкөлө күренә, сөнки юғары стипендия, нигеҙҙә, уҡыуҙағы ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Спорт өлкәһендәге уңыштарҙы дәртләндереү саралары һәм уларҙы баһалау спорт сиктәрендә үтәлергә тейеш”, – тип аңлата ул.



Вернуться назад