Беренсегә генә үтмәй Өфөлә донъя кимәлендәге йәштәр турниры. Баш ҡалабыҙ хатта халыҡ-ара хоккей үҙәгенә әүерелә тип әйтергә лә мөмкин.
Бөгөн беҙҙә йәштәр командаларының Донъя кубогы ярыштары башлана. Рәсәйҙән, хужалар булараҡ, “Толпар” менән Йәштәр лигаһы еңеүсеһе – Мәскәүҙең “Спартак” клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашһа, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар көтөлә. Чемпион исеменә Беларусь, Латвия, Чехия, Швеция, Финляндия, Австрия, Канада, АҠШ вәкилдәре сәкәләшәсәк.
Матчтар ике төркөмдә уҙа. Тәүге урынды алған дүрт команда ярымфиналға сыға. Кубок хужаһы, призерҙар 30 августа билдәле була. Киләсәктә КХЛ, НХЛ “йондоҙҙары” араһында тап уларҙы танырбыҙ әле.