Балалар уйындары беҙҙә үтерме?22.08.2014
Республикаға эш сәфәре менән Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит, комитет ағзалары Игорь Тополь менән Златко Кауран килде. Улар Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.


– Беҙҙең республика – Рәсәйҙең спорт өлкәһендәге иң көслө төбәктәренең береһе, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Спорт биналарының һаны буйынса илдә икенсе урынды биләһәк, ярыштар, был өлкәлә шөғөлләнгән кешеләр һаны буйынса беренсе киләбеҙ. Һәм, әлбиттә, төбәктә балалар спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанда ҙур ярыштар үткәреү йәһәтенән артабан да үҙ-ара килешеп эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Был өлкәлә беҙҙә тейешле инфраструктура ла, тәжрибә лә бар. Бер ай элек Өфө ҡалаһында 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә заявка биргәйнек. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та, илдең спорт министры Виталий Мутко ла хупланы. Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙа Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын үткәрергә теләр инек.
– Күптән түгел Швейцарияның Лозанна ҡалаһында Өфө делегацияһы менән осрашып, был мәсьәләне тикшерҙек, – тине Смит әфәнде һәм республика етәксеһенә Халыҡ-ара балалар уйындары президенты Торстен Раштан рәсми хат тапшырҙы. Унда 2019 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында был сараны үткәреү мөмкинлеген тикшереү, шулай уҡ ярҙам күрһәтеү мөһимлеге хаҡында әйтелгән.



Вернуться назад