Көҙ етеүгә күңел талпына башлай. Ниңәме? Яңы футбол, хоккей миҙгелдәре асыла. Көйәрмәнгә тағы ни кәрәк?! Өфөләр быға әҙер. “Өфө” футбол клубы быйыл Рәсәйҙең Премьер-лигаһына аяҡ баҫһа, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Башҡортостан Республикаһы кубогы”нда хужа булараҡ сығыш яһаны.
Эй-й, футболда алдырып булмай инде ул. Бына яҡташтарыбыҙ ҙа Мәскәүҙең “Динамо”һына ла (0:2), Санкт-Петербургтың “Зенит”ына ла (0:1) отолдо. Әле 11-се урында киләләр. Ярай, шулай тәжрибә тупланыр, ҡорттоң сағыуы ла файҙаға, ти бит халыҡ.
Ә юлаевсыларҙан күберәкте көткәйнек. Ни тиһәң дә, Гагарин кубогын алған команда! Тик бөгөн ул саҡтағы чемпиондар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған, яңы уйынсылар күп. Әле ойошҡанлыҡ етешмәгәне, күпселекте оҫта файҙалана белмәү күҙгә бәрелеп тора. Ә беҙҙә генә түгел, ғөмүмән, лигала һәйбәт һаҡсыларға ҡытлыҡ булғаны – күптәнге бәлә. Бына шулар инде турнирҙа икенсе урынға ҡалыу сәбәптәре. Ҡыуандырғаны – егеттәрҙең яуҙан ҡасмауы. Ҡапҡасылар Владимир Сохатский менән Виталий Коваль бик тырыша. Денис Хлыстов, Егор Дубровский, Андрей Анкудинов, Антти Пильстремды ла илке-һалҡылыҡта ғәйепләргә тел әйләнмәй. Ә Андрей Зубаревтың ҡурҡмай әленән-әле шайба аҫтына ташланыуҙары һуң! КХЛ миҙгелендә беҙҙең көйәрмәндәргә майлы күмәскә ымһынырға урын бар, тимәк.
Һөҙөмтәлә кубок менән бер миллион һум аҡсалата призды Санкт-Петербургтың СКА командаһы яуланы. Әйткәндәй, быйыл уны Өфөгә ҙур дан килтерергә ярҙам иткән тренерҙар Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин күнектерә. Әммә, ырым буйынса, улар бүләккә тотоноп та ҡараманы. Йәнәһе, ҙурырағына – Гагарин кубогына өмөт итәләр. Кейем эйәһен табыр тигәндәй, икенсе урынды алған юлаевсыларға ла, өсөнсөләге Риганың динамовсыларына ла 750 һәм 500 мең һум күләмендә аҡсалата өлөш тәтене. Йә, был да хуш.
3 сентябргә – КХЛ миҙгеле старт алғанға – тиклем, көйәрмәндәр!