“Урал”ға — “ур-ра!”26.01.2012
“Урал”ға — “ур-ра!”Рәсәйҙең волейбол суперлигаһындағы чемпионатында Өфөнөң “Урал” командаһы менән Екатеринбургтың “Локомотив-Изумруд”ы көс һынашты.
Матч башланырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт бар. Ике яҡ команда уйынсылары ла тәндәрен яҙа, күнекмәләр эшләй. Көйәрмәндәр үҙ-ара әңгәмәләшә. Башҡорт милли кейемендәге фан-клуб егеттәре лә күптән бында.
– Ауырға тура киләсәк, — тип шиген белдерҙе Ринат Дәүләтбаев.
Волейбол тип йән атыусыларҙың борсолоуы юҡҡа түгел ине. Һәр уйынды, һәр спортсының алымын күҙәтеп барған көйәрмәндәр дәғүәселәрҙең көсөн яҡшы тоҫмаллай. Үткән хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, сәмләнеп, ышаныслы көрәште “Урал” егеттәре, һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Тәүге мәлдән үк өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алдылар. Артабанғы уйындарҙа ҡунаҡтар иғтибарлыраҡ булырға тырышһа ла, “Урал”дың еңеүгә булған ынтылышына кәртә ҡуя алманы. Һөҙөмтәлә еңеү “Урал” файҙаһына 3:0 иҫәбе менән тамамланды.
Көйәрмәндәр көслө алҡыштарға күмеп, еңеүселәрҙе ҡотланы:
— Афарин, “Урал”! Ур-ра-а!
Шулай итеп, өфөләр суперлиганың көнсығыш зонаһында дүртенсе урынды һаҡлап ҡалды.
4 февралдә “Урал” Түбәнге Новгородтың “Губерня”һы менән осрашасаҡ. Һәр саҡ уңыш йылмайһын яҡташтарыбыҙға.
В. ӘХМӘТОВ.


Вернуться назад