Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 6 миллион самаһы бала йәйге лагерҙарҙа ял итә. Шуларҙың 70 проценты – үҙебеҙҙең ял үҙәктәрендә. Стәрлетамаҡ районындағы һауыҡтырыу лагеры ла сираттағы ҡунаҡтарын ҡабул итте.
Бер урында малайҙар мыш та мыш килеп бокс менән шөғөлләнә, икенсе ерҙәрәк бөтә зиһенен туплап ҡыҙҙар уҡтан ата. Ауыр атлетика, самбо, спорттың уйын төрҙәре… Әллә спорт мәктәбенә эләктемме икән, тип аптырап киттем. Баҡтиһәң, райондың физик культура менән әүҙем шөғөлләнгән үҫмерҙәре (икенсе төрлө әйткәндә, иң-иңдәре) “Башаҡ” балалар лагерына ял итергә килгән.
Әлбиттә, әлеге профилле смена тәү сиратта балаларҙың ялын ойоштороу маҡсатында эшләнгән. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле тренерҙар ярҙамында малай һәм ҡыҙҙарҙың спортҡа һәләтен камиллаштырыу ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. “Башаҡ”та киләсәктә ҙур спортсы, чемпион булырға хыялланған 70 үҫмер шөғөлләнә.
Балаларҙың ялын, туҡланыуын яҡшы кимәлдә хәстәрләү, тейешле шарттар булдырыу өсөн өлкәндәр күп көс һала. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ районы йәйге ял үҙәктәренең эшмәкәрлеген ойоштороу йәһәтенән республикала алдынғылар рәтендә килә. Бигерәк тә профилле сменаларға ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, июндә “Тивлет” һәм “Кобзарик” лингвистик лагерҙары эшләне, ә күптән түгел бында “йәш спецназовсы”лар ял итте. Әлеге смена ла шулай уҡ мауыҡтырғыс: төрлө спорт ярыштарынан береһе лә ситтә ҡалмай.
Баланың киләсәге ышаныслы булһын тиһәң, бөгөндән үк уйланыу зарур. Баҫыуҙа ла бит башаҡ тулышып бешһен өсөн орлоҡ һалып сығыу ғына етмәй.