Түҙергә тура килер13.08.2014
Өнмө, төшмө? Өфөләр бығаса илдең данлыҡлы футбол командалары уйынын үҙ күҙҙәре менән күреү хаҡында хыялланғайны ғына. Ә быйыл “Өфө” футбол клубы Рәсәйҙең Премьер-лигаһына сыҡты!

Ошо лигала иң-иң көслөләр чемпион исеменә көрәшә. Тәүге ике матчты яҡташтарыбыҙ ситтә уҙғарҙы. Краснодарҙың “Кубань” футболсыларынан 0:2 иҫәбенә еңелһәләр, Пермдә “Амкар”ҙы оттолар (1:0). Әле өфөләр 16 команда араһында туғыҙынсы урында килә.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа беҙҙең уйынсылар Мәскәүҙең “Динамо”һы менән көс һынаша. 23 августа ҡунаҡҡа “Спартак”, 25 октябрҙә ЦСКА рәхим итәсәк. Ә минең яратҡан “Локомотив”ым ҡасан килер икән? 23 ноябрҙә генә! Бр-р! Һыуыҡта стадионда нисек түҙелер?


Вернуться назад