Илья — донъя чемпионы13.08.2014
Байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Мәскәүҙә уҙғарылған донъя беренселегендә Башҡортостан вәкиле Илья Первухин 1000 метр арауыҡҡа ярышта Рәсәй командаһы составында планета чемпионы булды.


Рәсәйҙәр Белоруссия һәм Венгрия экипажын уҙып китте. Вера Собетова һәм тағы ла бер яҡташыбыҙ Анастасия Харитонова 6-сы урынды яуланы.

Эмиль, һынатма!

Салауаттан Эмиль Сәйфетдинов спидвей буйынса Европа чемпионатының өсөнсө финал этабында еңеүгә өлгәшеп, дөйөм иҫәптә беренсе урынға сыҡты.

Данияның Холстед ҡалаһында үткән ярыштан һуң ул 39 мәрәйгә эйә булды. Петер Кильдеманд унан өс, былтырғы Европа чемпионы Петр Вацулик һәм әлеге чемпионаттың әүәлге лидеры, өс тапҡыр донъя чемпионы Ники Педерсен унан алты мәрәйгә ҡалыша.



Вернуться назад